Найти в Дзене

Үҙ яйына ебәр...

Ҡайһы саҡ контролде ебәрергә кәрәк. Ағымға ҡаршы барып, ишкәкте ишеп, көстө бөтөргәнсе, ишкәкте ситкә ҡуйып, ағымға ышанырға мөмкин. Быны дөрөҫ, йәғни һөйөү һәм рәхмәт менән эшләгәндә, әйтеп бөтмәҫлек ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһең. Томаланған аңды ағымда асып, ҡарашты күтәреп тирә-яҡ матурлығын күрәһең, күңелдән энергия һәм яҡтылыҡ килгәнен һиҙәһең һәм йөҙәһең, ҡулдарыңды йәйәһең…Әйтерһең дә улар ҡанат! Шул саҡ хайран ҡалаһың: ағым һине үҙе кәрәк ергә алып килгән! Һин үҙеңдең ағымыңды тапҡанһың!
Үҙ кәмәңә тормош энергияһы тулҡынында бәүелергә ҡамасаулама, һәр нәмәне башыңдағы фильтр аша үткәрергә лә маташма, контролде ебәр, ағымға ышан. Шул сағында бар йыһан һиңә иң матур сәскәләй асылыр!
Илнур Ғәйфуллин. /Резеда Усманова тәржемәһе/