Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы "Универсаль механика заводы"ның Бәләбәй производство участкаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостан Республикаһының "Бәләбәй" йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына индерҙе. Проект 2023 йылдың июнендә Бәләбәй районы хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ултырышында хупланды. Компания насос ҡорамалдарын сериялы сығарыу буйынса яңы производство булдырыуға яҡынса 30 миллион һумлыҡ инвестиция һалырға ниәтләй, уның заказсылары булып нефть һәм газ тармағы предприятиелары тора. Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Йыллыҡ проект етештереү ҡеүәте 250 дана тәшкил итәсәк, предприятие 2030 йылға проект ҡеүәтенә сығырға планлаштыра. Быйыл резидент производство участкаһын төҙөй башларға, киләһе йылда персоналды ялларға һәм уларҙы уҡытырға ниәтләй. Проект сиктәрендә 20 эш урыны булдырыласаҡ. Киләсәктә предприятие производствоны киңәйтеүҙе, шул иҫәптән яңы номенкла