Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташтарыбыҙҙың кәүҙәһе Татарстанда табылған

Бөгөн күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Яҡташтарыбыҙ, ике балыҡсының кәүҙәһен Ыҡ йылғаһында Татарстандың Минзәлә районында Яңы Мелькен ауылынан йыраҡ түгел урында тапҡандар. Билдәле булыуынса, Башҡортостан балыҡсылары 4 ноябрҙә ғәйеп булғайны. Улар балыҡ тотор өсөн моторлы кәмәлә Ыҡ йылғаһына тип китә һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Ирҙәрҙе ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, яр буйында кәмәләре һәм һыңар резина итек табыла. Һөҙөмтә аяныслы, улар үлгән булып сыға. Ирҙәрҙе ике метр тәрәнлектә һыу төбөндә табалар. Әле хоҡуҡ һаҡсылары был эште тикшерә, уларҙың ни сәбәпле һәләк булыуы асыҡланасаҡ. Фото: "Телеграм".