Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кампусҡа бөтә кеше лә килә ала

- Өфөнөң архитектураһы тураһында һүҙ йөрөткәндә, тәү сиратта ҡаланың төп үҙенсәлеген телгә алырға кәрәк. Өфө ярымутрауының ҡалҡыулыҡта урынлашыуы, уның түбәһенән итәгенә тиклем бейеклектең һиҙелерлек үҙгәреүе, ошо битләүҙең архитектураһы ҡаланың силуэтын билдәләүе - төп архитектур бурыстарҙы кәүҙәләндерә. Күптәр, моғайын, ҡалаға төп инеү урыны - көньяҡтан, аэропорт яғынан тиеү менән килешер. Тап ошонда, Сутолока йылғаһы үҙәненең амфитеатры аша ҡунаҡтарҙы Өфөнөң тарихи үҙәге ҡаршы ала. Кампус һүтеп ташланған сәнәғәт бинаһы урынында урынлашҡан. Ете башня, ҡояшҡа ҡарап елкән кеүек асылып, ҡаланың көньяҡ панорамаһының төп биҙәге булып, архитектур ансамблгә бик килешле тап киләсәк. Эске структура тураһында һүҙ йөрөткәндә, мин биләмәнең асыҡ, үтәләй үтеп булырлығы, унан йәйәүләп Ағиҙел йылғаһының бейек ярындағы киң күҙәтеү майҙансыҡтарына сығып булыу мөмкинлеген билдәләр инем. Яр буйы, яр битләүе, ҡалҡыулыҡ бар. Йылғанан ҡалҡыулыҡҡа ландшаф парк күтәрелә, унда ул кампус эсендәге паркка әйләнә һәм төп юлдар буйлап аллеялар булып һуҙылып китә. Архитектур яҡтан ҡарағанда, мин кампусты ошо йәшел ҡалҡан өҫтөндә ҡалҡҡан утрау итеп күрәм. Уның нигеҙендә - өс кимәлле ҡулса, унда лабораториялар, уҡыу аудиториялары урынлаша. Шулай уҡ студенттар тормошона һәм уҡыуына яраҡлаштырылған өҫтәмә инфраструктура ла күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, ул ҡала халҡына ла асыҡ булырға тейеш. Стилобатта - дөйөм цоколдә - парк каркасына ярашлы бейек аркалар буласаҡ. Уның өҫтөндә иһә йылға яғынан ҡалаға ҡарай яйлап күтәрелгән ете йәшәү башняһы урынлашасаҡ. Парк кампус һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты корпусы араһынан Зәки Вәлиди урамына, университет биләмәһе төпкөлөнә, Карл Маркс урамы яғына китәсәк. Киләсәктә был кварталдың биналары ла кампус составына инер тип уйлайым. Кампустың ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашыуы осраҡлы түгел. Шулай итеп, бер яҡтан, заманса бер бөтөн белем биреү экосистемаһын булдырыу буйынса сығымдарҙы кәметәбеҙ, сөнки ошонда уҡ ғәмәлдәге спорт, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәни объекттар урынлашҡан, икенсенән, был булған объекттарға ихтыяжды арттырабыҙ. Дөйөм алғанда, кампустар төҙөү программаһын тормошҡа ашырып, федераль кимәлдә беҙ илдең берҙәм белем биреү киңлеген булдырырға тейешбеҙ. Ғәмәлдә, кампус проектын тормошҡа ашырып, беҙ киләсәккә ышаныс биргән һәм кешенең үҙенең мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Өфөлә бар булған мөмкинлектәрҙе ҡуллана алыуын тәьмин иткән киләсәк образын формалаштырабыҙ, - тине Олег Байдин. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22203/