Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Күсей ауылынан дүрт егет махсус хәрби операция биләмәһендәге ауылдаштарына һәм яҡташтарына гуманитар ылау алып киткәйне. Әле улар бараһы ерҙәренә имен-һау етеп, яугирҙәр менән осрашып, уларға посылкаларын тапшырып, кире тыуған яҡтарына ҡайтып килә. Ошо көндәрҙә Күсей ауылының дүрт ир-егете, тәүәккәлләп, "Ларгус" автомобилендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына юлға сыҡты, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барып еткерҙе. Рөстәм Байназаров үҙенең автомобилендә Илназ Кинйәбаев, Рифат Баймөхәмәтов һәм Рушан Ишбирҙин менән меңәр саҡрым юл үтеп, Кременная ҡалаһы янындағы госпиталдә ауылдаштары менән осрашты. Был госпиталдә Иҫәнбәт ауылынан Дим исемле егет фельдшер булып эшләһә, Кременнаяға етмәҫ элек урынлашҡан госпиталдә Күсей ҡыҙы шәфҡәт туташы булараҡ яралы яугирҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә. Бөгөн Күсей ауылынан ғына 12 кеше