Салауат ҡалаһындағы “Триумф” спорт мәктәбенә пуля һәм уҡ менән атыу, бокс менән шөғөлләнеү өсөн яңы спорт ҡорамалдары килгән. Матди базаны яңыртыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ярҙамында мөмкин булды. Ике блоклы йәйә, запас өлөштәр, прицелдар, уҡтар һәм уларға комплекттар, колчандар, пневматик пистолет, пуля менән атыу өсөн экипировка, бирсәткә һәм боксер шлемдары алынған. Бөтәһе 1 миллион 300 мең һумға ҡорамал һатып алынған. Яңы спорт ҡорамалдары спортсыларҙы әҙерләү сифатын күтәрергә ярҙам итәсәк. Быйыл “Триумф” спорт мәктәбе вәкилдәре ҡала, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан. 64 спортсы - республика һәм дүрт кеше Рәсәй йыйылма командалары иҫәбенә ингән. “Милли проектты тормошҡа ашырыу ярҙамында мәктәп яңы үҫеш алды, юғары ҡаҙаныштар барлыҡҡа килде. Һуңғы ярыштар һөҙөмтәләре буйынса мәктәп спортсылары иҫәбендә Рәсәй чемпионаттарынан өс миҙал, Рәсәй беренселегенән ике миҙал бар, уларҙа беҙҙең спортсылар беренсе урын яуланы”, –