Балтас үҙәк район дауаханаһының автогаражы, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, ике автомобиль менән тулыланғайны. Бөгөн улар тулыһынса эшкә ҡушылды, 883 тапҡыр пациенттарға ярҙамға сыҡты. Хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре тәүге медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү, тейешле урынға тиҙерәк барып етеү мөмкинлегенә эйә. Ауыл кешеләре биологик материалдарҙы артабан тикшертеү өсөн ебәрә ала. –Яңы техника өҙлөкһөҙ эшләй һәм пациенттарҙы медицина учреждениеларына илтеү өсөн ҡулланыла. Заманса автомобилдәр аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандарҙы ташыу өсөн ҡулайлы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы транспорт сараһы ярҙам итеү иҙлеген яҡшыртты һәм ярҙам алған пациенттар һанын арттырҙы,–тине дауахананың баш табибы Салауат Ғилметдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы