Благовар районының Топоринка ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сыҡты. Проекттың маҡсаты – йәшәү урынына яҡын ерҙә, халыҡ ихтыяжынан сығып, медицина ярҙамын ойоштороу.Әлеге ваҡытта медицина пункты эшмәкәрлеген лицензиялау буйынса тейешле процедуралар башҡарыла. Тәүге медик-санитар ярҙамды 294 кеше йәшәгән Топоринка халҡы аласаҡ. Заманса бинала пациенттарҙы фельдшер Алһыу Рыжова ҡабул итәсәк. Ул был ауылда 2013 йылдан алып эшләй. –Ауылда яңы заманса ФАП-тың төҙөлөүе – ҙур ваҡиға. Хәҙер пациенттар медицина ярҙамын уңайлы шарттарҙа аласаҡ. Яңы ҡорамалдар ваҡытында аныҡ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы тиҙерәк башларға ярҙам итәсәк, – тип билдәләне Языков дауаханаһының баш табибы Алмас Заһиҙуллин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтиса