Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һеҙҙә өмәләр үтәме?

Шулай ҙа бар ул халыҡта өмәләр. Улар хуплауға лайыҡ. Мин үҫкән ғаиләгә килгәндә, үҙебеҙ күмәк булғанғамы (туғыҙ бала), әсәй мәрхүмә үҙе ныҡ егәрле булғанғамы (уның, 1951 йылда Үрге Әүжәндән, урыҫ ауылынан Мәһәҙейгә килен булып төшөп, ауылда беренселәрҙән булып күпләп йәшелсә-емеш үҫтергән, ит турағыс булмаған заманда ла итте балта менән ваҡлап турап, картуф, һуған ҡушып билмән бешергән кешенең “Мәрйә Нәбирә” тигән ҡушаматы ла булды), өмәләр үткәнен иҫләмәйем. Йөн тетеү, сиратыу, оҙон ойоҡтарҙы һүтеп йомғаҡлау, кәритәлә кәбеҫтә турау эштәре лә ғаилә өмәһенеке булды. 200 йөҙ литрлыҡ ике мискә менән кәбеҫтәһен, бәшмәген тоҙлап, бөтә ризыҡты үҙе етештерҙе әсәйем. Кеше эшен яратманымы, үҙенең көсөнә, балаларына ышандымы – бер ваҡытта ла өмәгә әйтмәне. Ике оя ҡаҙҙы ла, 30-40-лап өйрәк-тауыҡты ла бер үҙе (балалар ярҙамында) йолҡор, 10-15-ләп һарығын да үҙе ҡырҡыр, шул сама кәзәһенең дебетен үҙе тарар, 50-60-лап йорт ҡуянының йөнөн үҙе йолҡоп, шунан һатыуға косынка, башлыҡтар бәйләп ултырыр ине. Өй йыуырға ла кешегә әйтмәне, туйға бешеренергә лә. Уның ошо “ауырыуы” беҙгә лә йоҡҡан. Ана бит, минән өлкән апайым ошо туғыҙ баш ҡаҙын еҙнәм менән икеһе йолҡоп, эс-месен алып, йыуып тәрбиәләп ҡуйған. Еҙнәй биш ҡаҙға өлгөргән әле ул – маладис инде! Апайым оло-ғара өйөн йылына икене бер үҙе йыуып сығара – кешегә әйтмәй. Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул. Өмә тигән һүҙ алыҫ һәм матур бала саҡҡа, эш тә, үҙебеҙ ҙә күп саҡҡа алып ҡайтты әле ул. Ҡаҙҙары уңып торһон, ҡаҙ өмәһе үткәрмәһәк тә, ашау “өмәһе” көтөп торһон әле, Алла бирһә! Фото һәм текст сығанағы: Айһылыу Ғарифуллина.