Баш ҡалабыҙҙа Әҙеһәм Исҡужин исемендәге VII асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы булып уҙҙы. Ижади ярыш Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә үтте һәм 50-нән ашыу ҡурайсыны үҙенә йыйҙы. Шарттар буйынса, 16 йәштән өлкәндәр категорияһында ҡатнашыусыларға инструменталь әҫәрҙәр уйнауҙан тыш оҙон халыҡ йырҙарын да башҡарырға кәрәк ине. Һәм гран-приҙы Силәбе өлкәһенән Рифат Исҡужин яуланы. Рифат Исҡужин Әбйәлил районында тыуып-үҫкән. Бөгөн Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, металлургия комбинатында экскаватор машинисы булып эшләй. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының ҡурай класын тамамлаған. Йыр буйынса махсус белеме юҡ. Үҙенең әйтеүенсә, ҡурайҙа уйнарға һәм башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға ярата. Был ҡурайсылар конкурсы – ярыш майҙансығы ғына түгел, ә оҫталыҡты камиллаштырыу мәктәбе лә. Ҡатнашыусыларҙы профессионалдар - Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхиәт Ғәйетбаев, Башҡ