Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәхетле ҡатындар йыйылды

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Оло Әбеш ауылында Хәйбулла районы ҡатын-ҡыҙҙар советы "Ғаилә" хеҙмәте үҙәге менән берлектә "Бәхетле ҡатын" проектын ойошторҙо. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был проект ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәренең тәбиғәтен танырға, эске потенциалын, мөмкинлектәрен асырға, ышаныс табырға, һаулығын һаҡларға һәм яҡшыртырға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Сараға йыйылған гүзәл заттарға “Нимә ул бәхет?” тигән һорау бирелде, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошо ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәгә эйә булған һорауға фекерҙәре лә төрлөсә булды. Кемдер бәхетте әсәлектә, ғаилә, балалары менән бергә булыуҙа күрһә, икенселәр уны яратҡан эшенән йәм табыуҙа күрә, дуҫ-иштәр һәм туғандар менән бергә булыуҙы ла, үҙҙәренең йән тартҡан шөғөлдәренән йәм табыуҙы ла бәхеткә тиңләнеләр. Ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡала - ғаиләһендә яратҡан ҡатын, һөйөклө әсәй, абруйлы ханым. Сараның теоретик өлөшө фекер алышыуҙар менән үрелеп барһа, икенсе - практик өлөшөндә сараға йыйылған ханымдар маскировкалау селтәрҙәрен үреү һәм "ҡоро душ" әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Был эште ауылда артабан тағы ла йәнләндереп, яугирҙәргә даими рәүештә күрһәтелгән хәйриәлек эшмәкәрлеген тағы ла киңәйтергә иҫәп тота әбештәр. Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.