Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Үрә-үрә оҫтарҙыҡ, ҡулдар ҙа етеҙләнде”

Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәҙәниәт йортонда ауылдың әүҙем ҡыҙҙары маскировкалау селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Был мөһим эште башлап йөрөүсе Әминә Абдрахманова әйтеүенсә, февраль айында бер төркөм ауыл ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн селтәрҙәр үрә башлай. Тәүҙә Алһыу Муллағолова Дүсән ауылы ҡатын-ҡыҙҙарынан был эшкә өйрәнеп ҡайта. ”Яҙғы ҡыҙыу баҡса эштәре барышында бер аҙ тәнәфес булып торҙо, әммә ул ваҡытта ла тик торманыҡ, маскхалаттар тегеү менән шөғөлләндек. Селтәр үреү өсөн эшсе ҡулдарҙың күп булыуы мөһим, ул тиҙ генә башҡарыла торған эш түгел.Тора-бара оҫтарҙыҡ, ҡулдар ҙа етеҙләнде”,– ти Әминә Минлеғәле ҡыҙы. Эшкә тәүге көндәрҙән тотонған Илгизә Шакирова,Мәрйәм Хәкимова,Светлана Хәйруллина, Вәхизә Хөсәйенова башҡаларға өлгө күрһәткән.Уларҙың башланғысын күтәреп алған Фәзилә Бәхтийәрова,Ғәмилә Батраева,Зөлфиә Ғәлләмова, Cирена Әсфәндиәрова, Ильвира Буранғолова һәм Гөлнур Абдрахмановаға етәксе бик рәхмәтле. Роза Нафиҡова балалары менән бергә өйҙә материалды таҫмаларға ҡырҡҡан. ”Ярҙамға килеүселәрҙең күбеһенең туғандары, таныштары бөгөн махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә”, - тип яҙа “Светлый путь” гәзите. –Былтыр октябрь айынан гуманитар ылау оҙатылған һайын беҙ ҙә яугирҙәргә ярҙам итеү барышына ҡушылып, посылкалар әҙерләнек.Бер нисә көндә халыҡтың көсө менән тепловизор, коллиматорҙар алырға 160 мең һум аҡса тупланды. Алдынғы һыҙыҡтағы өс ауылдашыбыҙға махсус посылкалар оҙаттыҡ. Ауылдаштарыбыҙ аҡсалата ла, аҙыҡ-түлек менән дә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти Әминә Абдрахманова. Ҡаныҡай ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәр өсөн 13 маскировкалау селтәре үргән.Уларҙы материал менән “Бөтәһе лә фронт өсөн – Бишбүләк” район үҙәгенең ирекмәндәр төркөмө тәьмин итә. Яңыраҡ туҡымаларҙы таҫмаларға ҡырҡыу өсөн электр бысаҡҡа заказ биргәндәр, тимәк, эш артабан тағы ла ыраясаҡ, еңеләйәсәк. ”Беҙ ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, егеттәребеҙ генә иҫән-һау булһын. Беҙ уларҙың еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ”, – ти Ҡаныҡай ҡатын-ҡыҙҙары. Әминә Абдрахманова фотолары. Сығанаҡ: https://vk.com/club156215055?w=wall-156215055_33015