Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡамыры йомшаҡ килеп сыға

Тәмле еҫтәр таратып сәйгә ҡамыр ризыҡтары бешерһәк, өйөбөҙгә ҡот өҫтәлеп киткән һымаҡ. Бигерәк тә ял көндәрендә быны һәр хужабикә башҡарырға тырыша. Ишембай районының Ишәй ауылынан аш-һыу оҫтаһы Рузалия Ниғмәтуллина ла был ял көндәрендә яҡындарын тәмле бәлештәр менән һыйлай. Үҙенең рецебы менән ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән дә уртаҡлашты. -Йылы һыуға бер бал ҡалағы "Пакмай" әсеткеһен, бер ҙур ҡалаҡ шәкәр ҡомо,самалап тоҙ,үҫемлек майы һалып баҫам да, ҡабарғас, эслек һалып духовкаға бешерергә ҡуям. Был юлы бәлештәремде муйыл һәм баландан эшләнем. Ҡамыры йомшаҡ ҡына, бик тәмле килеп сыҡты, - тине Рузалия апай. Сәйгә нимә бешерергә икән тип баш ватмағыҙ. Яҡындарығыҙҙы бөгөн бәлеш менән һыйлағыҙ. Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.