Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шәп фестиваль үтте

Дүртөйлө ҡалаһында гастрономия фестивале ойошторолдо. Унда аҙыҡ-түлек тармағында эшләгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектын тормошҡа ашырыу барышында үтте. Күргәҙмәлә һәр теләгән кеше халыҡтарҙың йолалары, аш-һыуы, тәмле башҡорт балы менән танышты. Фестивалдә сәксәк, ваҡ бәлеш һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим ителде. Сараның төп үҙенсәлеге булып сәй фестивале торҙо: унда боланут, кейәү үләне, мәтрүшкә, бөтнөк һәм башҡа хуш еҫле үләндәрҙән торған эсемлектәр ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. Шулай уҡ “Толпар” икмәкханаһы үҙенең тәмле продукцияһын тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф