Благовещен үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы компьютер томографы ҡуйылды. Ҡорамалды эшкә ҡушыу барышында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да ҡатнашты. Яңы аппаратҡа ихтыяж йылдан-йыл арта ғына. Уның ярҙамында патологияларҙы иртәрәк асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға һәм дауалай башларға мөмкин. –Беҙ медицина учреждениеларын заманса диагностика ҡорамалдары менән йыһазландыра башланыҡ. Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы дүрт меңдән ашыу заманса техника урынлаштырасаҡбыҙ, шул иҫәптән ауыр техника алынасаҡ – ангиограф, маммограф, рентген диагностика комплексы, флюорограф һәм компьютер томографтары. Аныҡ медицина тикшереүҙәренән республиканың бөтә халҡы файҙалана алырға тейеш. Ҡалала ғына түгел, ауылда ла, – тине Айрат Рәхмәтуллин. Әле 48 меңдән ашыу кеше йәшәү урынына яҡын ерҙә үҙ ваҡытында тикшереү үтә ала. Аппаратты эшкә ҡушыу менән процедураның сифаты һәм хәүефһеҙлеге артасаҡ, нур дозаһының