Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауылдаштар рәхмәт әйтә

Күгәрсен районының Багдашкин ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пункты асылғандан алып, 70-кә яҡын пациент диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын үтте. Пунктта 127 кеше теркәлгән, 13-ө – балалар. Ауылдаштарҙың һаулығын тәжрибәле фельдшер Вәзирә Ҡотлогилдина хәстәрләй. Ул күрше ауылда йәшәй, Багдашкинға 1987 йылдан йөрөп эшләй. –Ауыл халҡы яңы бинаны һөйөнөп ҡабул итте. Бөтә уңайлыҡтарҙан да улар бик ҡәнәғәт. Бында пациенттар өсөн көтөү, ҡабул итеү бүлмәләре, процедура, хужалыҡ кабинеттары бар, пункт заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Ауыл ерҙәрендә яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөүен баһалауы ҡатмарлы, сөнки сифатлы медицина ярҙамы һәр кемгә кәрәк, хәҙер унан файҙаланыу мөмкинлеге артҡандан-артасаҡ ҡына,– тип билдәләне Вәзирә Ҡотлогилдина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.