2023 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка оперуполномоченныйҙары хеҙмәте ойошторолоуға 100 йыл тула. Башҡортостандың участка оперуполномоченныйҙарының хеҙмәтенең бер быуатлыҡ тарихында батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөләре менән тулы ҡаһарманлыҡ биттәре байтаҡ. Төрлө йылдарҙа был бүлексәлә эшләгән 30 участковый хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк була. Ҡала һәм райондарҙа айырыуса яҡшы эшләгән участка хеҙмәткәрҙәренә иҫтәлекле билдәләр ҡуйылған, урамдарға, тораҡ пункттарға исем бирелгән, уларҙың хөрмәтенә турнирҙар үткәрелә. Һәм йыл һайын 8 ноябрҙә, Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөндә, улар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтелә. Быйыл, 3 майҙа, Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендәге Назар Нәжми урамындағы 9-сы йорт янында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған участковыйҙар иҫтәлегенә аллеяға нигеҙ һалынған. Унда ултыртылған ағастар – яңы тормош, республиканың мәңге сафта ҡалғандарға сикһеҙ рәхмәт билдәһе. Һәр исемле ағас янына куар-кодлы таҡта ҡуйылған – уның буйынса һәр кем һәләк булған хеҙмәткәрҙең батырлығы менән таныша ала. Аллея нигеҙендә иҫтәлекле мемориал ҡуйылған, унда 30 хеҙмәткәрҙең фамилияһы мәңгеләштерелгән, улар араһынан 10 кеше үлгәндән һуң дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүселәр, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен яҡлаусылар, илебеҙ граждандарының ғүмерен һәм тыныслығын һаҡлаусылар хаҡында хәтер мәңге һаҡланыр. Фотолар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенең архивынан алынды.