Ҡыҙҙарҙың күбеһе бәләкәйҙән йә уҡытыусы, йә табип, йә модель булырға хыяллана. Ә бына Борай ҡыҙы Эльвера мәктәп эскәмйәһенән бары мал табибы буласағын белә. Мәктәпте тамамлағас, Башҡортостан дәүләт аграр университетының ветеринарҙар әҙерләү факультетына уҡырға инә. 2021 йылда район ветеринария станцияһында ветеринария фельдшеры булып эш башлай, тип яҙа “Алға” гәзите. Һылыу, нескә күңелле ханымға был һорауҙы биреү урынлы кеүек: ”Эльвера, ни өсөн еңелерәк, ҡатын-ҡыҙ булмышына хасыраҡ һөнәр һайламаның?” “Бала сағымдан эт һәм бесәй балаларын ныҡ яраттым, урамда хужаһыҙ, тәрбиәһеҙ ҡалғандарын дауаларға, ашатырға, нисек тә ярҙам итергә тырыштым. Ғазап күрһәләр ҙә, йәшәргә тырышып ятҡан йән эйәләре күңелгә бик яҡын ине, шуға күрә ошо һөнәрҙе һайланым”,– ти Эльвера. Йәш белгес эшенә яуаплы ҡарашы менән коллективта хөрмәт ҡаҙанған. Сентябрь айында уны ветеринария-санитария экспертизаһы лабораторияһы мөдире итеп ҡуйғандар. Эльвера Фликс ҡыҙы иңенә ҙур мәшәҡәтле эштәр һалынған: бөтә ауыл хужалығ