Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күстәнәстәр оҙатылды

Тәтешле районындағы Борғонбаш ауылының егәрле килен-еңгәләре, ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына күстәнәскә туҡмас, бауырһаҡ һәм быҡтырылған ҡаҙ ите әҙерләне, тип хәбәр итә “Тәтешле хәбәрҙәре”. – Ауылыбыҙҙың бер егете алғы һыҙыҡтан ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтҡайны. Уға үҙе менән алып китеү өсөн тәмле ризыҡтарҙы әҙерләп өлгөрттөк. Бөтәһенән дә элек егеттәребеҙгә тыуған яҡтың йылыһын тапшырыуҙы, үҙебеҙҙең яратыуыбыҙҙы белдерергә теләнек. Барыбыҙ ҙа хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын, егеттәребеҙҙең иҫән-һау еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа улар өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – ти Борғонбаш халҡы. Сығанаҡ: https://tatvestnik-t.ru/news/yash-esh/2023-11-10/burgunbashevtsy-otpravili-gostintsy-uchastnikam-svo-3514822