Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса ил чемпионаты үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ошо турала фекерҙәрен уртаҡлашты. "Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатының һуңғы көнө үтте. Иң яҡшыларҙы асыҡлау өсөн республиканың баш ҡалаһына Рәсәйҙең 49 төбәгенән 174 көслө спортсы килде. Һис шикһеҙ, турнир бөтә бокс һөйөүселәргә бүләк, иҫ киткес һәм мауыҡтырғыс ваҡиға булды. Римма Баталова исемендәге аренала бөтә ҡатнашыусылар ҙа иң юғары кимәлдә алыштар үткәрҙе. Спортсыларыбыҙ ышаныслы сығыш яһаны - беҙҙә бер юлы ике Рәсәй чемпионы бар! Илдең ғәмәлдәге чемпионы Азалия Әминева үҙенең статусын раҫланы һәм 66 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә "алтын" яуланы. Юлия Чумгалакова 48 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә иң яҡшыһы булды, Надежда Голубева - көмөш, ә Зенфира Магомедалиева - бронза призер. Матур сығыштарығыҙ өсөн рәхмәт! Башҡортостандың Бокс федерацияһы президенты булараҡ, балалар-үҫмерҙәр боксын һәм юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу буйынса план