Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фән менән индустрияның хеҙмәттәшлек тәжрибәһе ҙур

Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ғилми йәмәғәтселектең эшен индустриаль хеҙмәттәштәр талабына яраҡлы үҙгәртеп ҡороу көнүҙәк булып тороуы тураһында әйтелде. Был мәсьәләне форумдың “Инновацион бизнестың фән менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү” тигән секцияһында ҡаранылар. Ғилми йәмәғәтсеектең Башҡортостан һәм күрше төбәктәр менән дискуссияһын ресубликаның Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы ойошторҙо. “Мәскәү дәүләт университетының ғилми паркы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Олег Мовсесян ошо уҡыу йортоноң йәштәрҙе технологик эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү тәжрибәһе тураһында һөйләне. “Акселератор” проекты нигеҙендә, мәҫәлән, студенттарға үҙ идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итеү генә түгел, ә тәғәйен предприятиеларҙың заказдары буйынса эшләү ята. “Тәғәйен бурыс йөкмәтелһә, һөҙөмтә лә юғарыраҡ була”, – тине спикер. Был эш, Олег Мовсесян билдәләүенсә, Рәсәй Президенты Указы буйынса былтыр башланған “Фән һәм технологиялар ун йыллығы” проекты сиктәрендә алып барыла. Спикер был тәжрибәне Башҡортостанда ла ҡулланырға теләүҙәрен әйтте. Юлай Кәримов фотоһы.