Нефтекама ҡалаһында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә кәңәшмәһе үткәрелде. Унда быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды. Сара барышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тармаҡтағы төп мәсьәләләрҙе билдәләне. Коллегия ултырышында министр урынбаҫарҙары, Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов, “Росздравнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Динара Ғашимова, Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Юлия Кофанова, баш табиптар һәм медицина ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сара наградаларға лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү менән башланды. Краснокама үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушерлыҡ пункты етәксеһе Рәлизә Латипова юғары һөнәри оҫталығы, намыҫлы хеҙмәте һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағына индергән тос өлөшө, шулай уҡ “Сәләмәт республика – сәләмәт төбөк” акцияһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” тигән түшкә тағыла торған би