Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Ултырышта инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә күләмле төбәк проекттарының тормошҡа ашырылыуы ҡаралды. Башҡортостанда ошо механизм нигеҙендә Өфөлә һәм Нефтекамала объекттар төҙөлә һәм реконструкциялана. Атап әйткәндә, баш ҡалала транспорт инфраструктураһы яңыртыла һәм Кузнецов затонында 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Нефтекамала иһә төп канализация насос станцияһын төҙөү һәм таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау эштәре алып барыла. – Объекттарҙа эштәр графикка ярашлы бара. Тағы ла бер объект – Кузнецов затонындағы Ағиҙел йылғаһы аша Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү буйынса проект документацияһы эшләнә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Башҡортостан етәкселеген проекттар ваҡытында тормошҡа ашырылғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Фото: glavarb.ru