Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Кем, әгәр беҙ булмаһаҡ”

Хәйбулла районының Ивановка ауылында яугир-табип Виталий Голубцевҡа таҡташ асҡандар. Ошо хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. “Бала сағында уҡ Виталий Голубцов табип буласағын ныҡлы белә. Ошо һөнәргә уҡып сыға, сроклы хеҙмәттән һуң Магнитогорск ҡалаһында фельдшер булып эшләй башлай. Беренселәрҙән булып пандемия ваҡытында бөтәһенә лә әүҙем ярҙам итә. Бронь буйынса ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, мобилизация башланғас, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. “Кем, әгәр беҙ булмаһаҡ” тигән һүҙҙәр һәр саҡ уның тормош девизы була. Тыйнаҡ һәм изге күңелле “Док” бер йыл хеҙмәт итеү осоронда бер нисә миҙал менән бүләкләнә, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай, һалдаттарҙы ҡотҡарғанда һәләк була. Тыуған Ивановка мәктәбе стеналарына ҡуйылған мемориаль таҡтаташ бөтәһенә лә бында герой уҡығанын иҫкә төшөрәсәк. Уның иҫтәлеге мәңгелек буласаҡ! Тыныс йоҡла һалдат, мәңгелек дан һиңә!” – тип уртаҡлашты хакмиәт башлығы. Фото һәм мәғлүмәт с

Хәйбулла районының Ивановка ауылында яугир-табип Виталий Голубцевҡа таҡташ асҡандар. Ошо хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан. “Бала сағында уҡ Виталий Голубцов табип буласағын ныҡлы белә. Ошо һөнәргә уҡып сыға, сроклы хеҙмәттән һуң Магнитогорск ҡалаһында фельдшер булып эшләй башлай. Беренселәрҙән булып пандемия ваҡытында бөтәһенә лә әүҙем ярҙам итә. Бронь буйынса ҡалыу мөмкинлеге булһа ла, мобилизация башланғас, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. “Кем, әгәр беҙ булмаһаҡ” тигән һүҙҙәр һәр саҡ уның тормош девизы була. Тыйнаҡ һәм изге күңелле “Док” бер йыл хеҙмәт итеү осоронда бер нисә миҙал менән бүләкләнә, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай, һалдаттарҙы ҡотҡарғанда һәләк була. Тыуған Ивановка мәктәбе стеналарына ҡуйылған мемориаль таҡтаташ бөтәһенә лә бында герой уҡығанын иҫкә төшөрәсәк. Уның иҫтәлеге мәңгелек буласаҡ! Тыныс йоҡла һалдат, мәңгелек дан һиңә!” – тип уртаҡлашты хакмиәт башлығы. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рустам Шарипов (vk.com)