Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Сергей Морозов Башҡортостандың идара итеү командаһы эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, республика күп күрһәткестәр буйынса алдынғылар сафында бара. “Әйҙәгеҙ, шуны аңлауға күсәйек: беҙ ниндәй илде күрергә теләйбеҙ, ниндәй муниципалитетты күрәһебеҙ килә. Был йәһәттән барыһынан элек уңышлы төбәктәрҙе, алдынғы төбәктәрҙе нигеҙ итеп алайыҡ һәм алдынғы илде барлыҡҡа килтерәйек. Мин, мәҫәлән, башҡортостан тураһында әйтергә теләйем. Кисә һәм бөгөн мин бер нисә объектта, юл буйы сервисында булдым. Мин 17 йыл губернатор булып эшләнем, мин сентименталь кеше түгел, әммә үҙем Радий Хәбировты, Андрей Назаровты аяҡ өҫтө баҫып алҡышлайһым килә, улар маладистар. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәре лә шундай булһа, әлбиттә, беҙ алдынғы илгә әүереләсәкбеҙ”, – тине Сергей Морозов үҙенең сығышында. Юлай Кәримов фотоһы.
Сергей Морозов: “Башҡортостанды аяҡ өҫтө тороп алҡышлайым”
22 ноября 202322 ноя 2023
~1 мин