Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҙур ауылда мәктәп ни өсөн ябылған?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Әлшәй районы Ҡармыш ауылы ата-әсәләренән урындағы мәктәптең ябылыуы хаҡында коллектив хат килгән. Мөрәжәғәттә әйтелеүенсә, ошо уҡыу йылы башында 37 бала белем алған туғыҙ йыллыҡ мәғариф учреждениеһының эшмәкәрлеген туҡтатҡандар. Был мәсьәлә буйынса ҡоролтайҙа ултырыш үткәреп, хат буйынса урынға барып хәлде тикшерергә кәрәк тигән фекергә килгәндәр. Ҡарар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, уның Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова тарафынан хупланған. Ҡармыш халҡы менән осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, милли ойошманың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы Сынтимер Баязитов, Ата-әсәләр берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары Айгөл Атанова, республика Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм башҡалар ҡатнашҡан. Мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү өсөн Ҡармыш ауылы район үҙәге

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Әлшәй районы Ҡармыш ауылы ата-әсәләренән урындағы мәктәптең ябылыуы хаҡында коллектив хат килгән. Мөрәжәғәттә әйтелеүенсә, ошо уҡыу йылы башында 37 бала белем алған туғыҙ йыллыҡ мәғариф учреждениеһының эшмәкәрлеген туҡтатҡандар. Был мәсьәлә буйынса ҡоролтайҙа ултырыш үткәреп, хат буйынса урынға барып хәлде тикшерергә кәрәк тигән фекергә килгәндәр. Ҡарар Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, уның Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы Эльвира Айытҡолова тарафынан хупланған. Ҡармыш халҡы менән осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, милли ойошманың Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы Сынтимер Баязитов, Ата-әсәләр берләшмәһе етәксеһе урынбаҫары Айгөл Атанова, республика Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин һәм башҡалар ҡатнашҡан. Мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү өсөн Ҡармыш ауылы район үҙәге Раевканан биш саҡрым алыҫлыҡта ята. Тарихи сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, уға Нуғай даруғаһындағы Мең ырыуы Яйыҡ-Ҫыбы аймағының аҫаба башҡорттары нигеҙ һалған. Документтар буйынса 1759 йылдан билдәле. Дим һәм Ҡорһаҡ йылғалары буйында ятҡан, ерҙәре күҙ күреме етмәҫ киңлектәргә һуҙылған, алыҫ-алыҫтан сал тауҙар уратып баҫҡан был ауылға иң беренсе Ҡармыш Ураҙаев килеп төйәкләнгән. 1795 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йорттар инде 22-гә еткән булған, уларҙа 120-гә яҡын кеше йәшәгән. Ҡармышта элек-электән ер эштәре, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Баштан уҡ мәсеттәре булған. Ике һыу тирмәне лә теркәлгән. Совет осоронда бында ҡеүәтле, республикала билдәле “Победа” колхозы эшләгән. Уҙған быуаттағы иҫәп алыуҙар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡ һаны уртаса 600-700 тәшкил иткән. Һуңғы белешмәләрҙән күренеүенсә, ауылда төп белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана эшләгән, шулай уҡ ике мәсет бар. Бөгөн Ҡармышта йәшәгән кешеләр һаны – 596. Әммә, урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, һуңғы осорҙа улар мәктәпһеҙ ҡалған, балалар баҡсаһы ла, мәҙәниәт йорто ла, китапхана ла эшләмәй... Төп белем биреү мәктәбе ябылып, балалар яңы уҡыу йылында Раевканың Яңауыл биҫтәһендәге гимназияға автобуста йөрөп уҡый башлаған. Тап ошо мәсьәлә буйынса Ҡармыш ауылы ата-әсәләре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына мөрәжәғәт иткән дә. Хат милли ойошманың Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнашлығындағы ултырышта тикшерелгән. Уның күрһәтмәһе буйынса, ҡоролтай ағзалары, тейешле ведомстволар вәкилдәре мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү һәм уны хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү маҡсатында Әлшәйгә юлланған. Протоколда ниңә ҡарар юҡ? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы Сынтимер Баязитов Ҡармыштағы ултырышты асып, иң беренсе шуны билдәләгән: белем биреү тармағында төрлө реформалар барған ваҡытта ошондай ҡатмарлы хәлдәр, әлбиттә, булырға мөмкин, ләкин уларҙың һәр береһе ныҡлап тикшерелергә, халыҡ менән берлектә ҡаралырға тейеш. Әлшәй районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Зилә Чупова иһә мәктәптең тейешле талаптарға яуап бирмәүен әйткән. – Бинаға 1963 йылда нигеҙ һалынған, ун ике йылдан төкәтмә төҙөлгән. Газ менән йылытыла, үҙаллы ҡаҙанлығы бар. Аҙыҡ блогы юҡ, балалар ашхана итеп ҡулайлаштырылған технология кабинетында туҡландырыла. Был санитар ҡағиҙәләргә тура килмәй. Тейешле шарттар булмағас, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ла рөхсәт юҡ. Шуға ла, уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен сикләмәҫ өсөн, быйыл уларҙы Раевкала ял иттерҙек. Ҡармыш мәктәбе бинаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү эшенә бәйле етешһеҙлектәр ҙә бар, – тигән Зилә Чупова үҙ сығышында. Ул шулай уҡ кластарҙа уҡыусылар һаны етмәүен билдәләгән. Әйтеүенсә, ошо йылдың 7 июнендә ауылда йыйылыш үткәреп, ата-әсәгә балаларҙы район үҙәгенә йөрөтөп уҡытырға тәҡдим ителгән. Ике автобус буласаҡ, береһе – 1-се класта белем алғандар өсөн. “Ата-әсәләр 5-се мәктәпте һайланы, – тиелә Зилә Чупованың сығышында. – Һөҙөмтәлә хәҙер Ҡармыштан мәктәп йәшендәге 35 бала көн һайын район үҙәгенә йөрөп белем ала. Сәғәт 11-ҙә икенсе автобуста беренсе кластағыларҙы уҡырға алып китәләр. Ҡармыш ауылы педагогтарының алтыһы 5-се мәктәпкә эшкә урынлаштырылды, өсәүһе хаҡлы ялға сыҡты. Яңы мәғариф учреждениеһында уҡыусылар өсөн бөтөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Башҡорт теле төплө өйрәтелә. Балаларҙың барлыҡ хоҡуҡтары һаҡланыла. Түңәрәктәр, секциялар эшләй”. – 7 июндә уҙған йыйылыштың протоколы бар. Әммә унда мәктәпте ябыу тураһында ҡарар юҡ. Һәр протоколда ул булырға, үтәлеш шарттары, ваҡыты, мәсьәләне кемдең контролгә алырға тейешлеге һәм башҡалар билдәләнергә тейеш. Ҡатнашыусылар араһында тауыш биреү ҙә үткәрелмәгән. Һеҙ килгәнһегеҙ ҙә халыҡҡа “мәктәп ябыла, шул сәбәпле ғариза яҙығыҙ” тигәнһегеҙ. Алдан ата-әсәләр менән һөйләшеү үткәреүҙе, аңлатыуҙы кәрәкле тапмағанһығыҙ, – тип белдергән урындағы хакимиәт вәкилдәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов. – Һеҙ “хәйләле” алымды һайлағанһығыҙ. Ни өсөн тигәндә, әгәр мәктәпте ябыу йәки үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе сыға икән, закон буйынса иң тәүҙә граждандар сходы йыйылырға тейеш. Быны эшләп тормайынса, йыйылыш протоколы нигеҙендә тип, ата-әсәләрҙән “ауылдағы мәғариф учреждениеһы ябылыу сәбәпле район үҙәгенә уҡырға күсергә” ғариза яҙҙырғанһығыҙ. Ҡармыш мәктәбе иһә ябылмай ҙа, үҙгәртеп тә ҡоролмай, “һауала эленеп” тороп ҡалған. Ғөмүмән, был эштә аңлашылмаусанлыҡтар күп. Сынтимер Баязитов та хакимиәт вәкилдәренә һорау менән мөрәжәғәт иткән: “Бирелгән мәғлүмәт буйынса, ауылда 596 кеше теркәлгән. Йәш ғаиләләрҙең арта барыуын, яңы йорттар ҡалҡыуын, эшҡыуарҙар күбәйеүен күҙ уңында тотҡанда, мәктәпте ябыу дөрөҫмө? Аҙаҡ аса алырһығыҙмы?” “Мәғариф сәғәте”ндә ҡаралырға тейеш” Ҡармыш мәктәбендә директор булған Зифа Йәнгирова йыйылыштағы сығышында билдәләүенсә, быйыл 9-сы класты туғыҙ үҫмер тамамлаған, уларҙың барыһы ла артабан уҡырға ингән. “Педагогтарҙың һәммәһе лә юғары белемле. Уртаса алғанда, эш стаждары утыҙ йыл тирәһе. Уҡыусыларыбыҙ ғилми конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында даими ҡатнашып, призлы урындар яулап торҙо”, – тигән Зифа Йәнгирова. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов белдереүенсә, Ҡармыш уҡыусыларының олимпиадаларҙа ҡатнаша алмай ҡалған осраҡтары ла булған. “Сәбәбе: бер уҡытыусы биш предметты алып барырға мәжбүр икән, был белем биреүҙең сифатына кире йоғонто яһай, – тигән ул. – Ҡармыш мәктәбе директорына мәғариф учреждениеһын Раевкалағы башҡорт лицейының филиалы итеп ҡалдырыу тәҡдиме әйтелде. Әммә ул риза булманы, ата-әсәләр ҡаршы, тине”. Ауыл халҡы белдереүенсә, мәктәпте филиал итеп ҡалдырыу мәсьәләһе буйынса ла район хакимиәте вәкилдәре ата-әсәләр менән һөйләшеү үткәрмәгән. “Әгәр шул ваҡытта “филиал итеп ҡалдырырға риза түгелһегеҙ икән, бөтөнләй ябырға тура киләсәк” тигән мәғәнәлә аңлатыу эше уҙғарылһа, бөгөн ошондай хәлгә килеп етмәҫ инек, – тигән халыҡ. – 7 июндә уҙғарылған йыйылышта ла филиал тураһында һүҙ булманы. Ниңә шунда был мәсьәләне күтәрмәнегеҙ?” Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова ла алдан төрлө яҡлы һөйләшеү алып барылмағанын билдәләгән. “Ҡармыш мәктәбен аҙ комплектлы итеп һаҡлап ҡала ала инегеҙ. Бергә һөйләшеп, аңлашып эшләмәгәнһегеҙ. Ошондай проблема килеп сыға икән, хәл итеү юлдары ата-әсәләр комитеты, район хакимиәте, уның мәғариф идаралығы, Мәғариф һәм фән министрлығы менән бергә ҡаралырға тейеш. Ә әлеге осраҡтан күренеүенсә, 200 тирәһе ата-әсә, мәктәп кәрәк, тип һорап хат яҙып, ҡултамғаларын ҡуйған. Уларҙың теләген, фекерҙәрен иғтибарға алмай, уҡыу башланғансы һуҙып, балаларҙы район үҙәгенә ташый башлағанһығыҙ”, – тигән Айгөл Атанова. Ул шулай уҡ, әлеге закон буйынса, уҡыусыларҙың йәшәгән еренә яҡын мәғариф учреждениеһында белем алырға хоҡуғы барлығын билдәләгән. “Ә бының өсөн бар яҡлап шарттар тыуҙырыу тейешле органдарҙың, әлеге осраҡта – район хакимиәтенең, уның мәғариф идаралығының бурысы”, – тигән Ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары. Был мәсьәлә буйынса Ҡармышта йәшәгән Мораҙым Кинйәбулатов әйтеүенсә, район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан килгән хатта балаларҙы биш саҡрымға йөрөтөп уҡытыу хаҡында әйтелгән. Ә ауылдан 5-се мәктәпкә тиклем – 16 километр. Республика Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов та Ҡармышта был эштең баштан уҡ дөрөҫ алып барылмағанын билдәләгән. “Мәктәптең ябылыуы ҡануниәткә тап килмәй, – тигән ул. – Республика Башлығының ҡарарына ярашлы, әгәр белем усағын ябыу тураһында һүҙ сыға икән, был мәсьәлә “Мәғариф сәғәте”ндә ҡаралырға тейеш. Тимәк, әлеге хәлдә урындағы етәкселәргә лә, ата-әсәләргә лә һорауҙар күп”. Бар ышаныс - йәштәрҙә Республика Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов шулай уҡ милли мәғариф учреждениеларын ябыу мәсьәләһенә бик һаҡ ҡарау мөһимлеген белдергән. – Республикала ғына түгел, унан ситтә лә башҡорт мәктәптәрен һаҡлау буйынса күп эш башҡарылды. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы бер ауылда алты бала уҡый, әммә белем усағының эшмәкәрлеге дауам итә. Ҡурғандағы ике райондың һигеҙ мәктәбендә 14-15 бала уҡый, әммә мәғариф учреждениелары барыбер һаҡлана, ябылмай, – тигән Илдус Ҡаһарманов. Сынтимер Баязитов та республикабыҙ райондарында ошондай миҫалдарҙың күп булыуын әйткән. “Мәҫәлән, Баймаҡтағы бер ауылда алты ғына бала уҡый. Ә мәктәп ябылмаған, эшләп тора. Тимәк, ауыл да бөтмәй. Ошонан сығып әйткәндә, әгәр милли мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлайбыҙ тибеҙ икән, мәктәпте ябыу мәсьәләһенә бик етди, яуаплы ҡарарға тейешбеҙ. Уны хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләргә кәрәк”, – тигән Сынтимер Баязитов. Ата-әсәләр араһынан Илнур Ҡаһарманов Ҡармышта тәү сиратта тап ошо маҡсатта эш алып барылғанын һөйләгән. “Мәктәпте һаҡлап ҡалыу киләсәгебеҙ өсөн кәрәк икәнен ныҡлы аңлайбыҙ. Шуға ла ауылдаштарыбыҙ был эшкә дәррәү тотондо, төрлө урындарға яҙған хаттарға ҡултамғаларын ҙур теләк менән ҡуйҙы. Мәктәп бөтһә, тыуған төйәгебеҙ ҙә яйлап юҡҡа сығасаҡ – был фекерҙе барыһы ла йөпләне. Балаларҙы район үҙәгенә йөрөтһәк, туған телебеҙҙе һаҡлап булмаясаҡ, йәш быуын тамырҙарынан алыҫлашасаҡ”, – тигән Илнур Ҡаһарманов. Ауылдаштар әйтеүенсә, Ҡармыш элек-электән көс-ҡеүәте, халҡының берҙәмлеге, рухлылығы менән айырылып торған. Совет осоронда бындағы миллионер “Победа” колхозы республикала киң билдәлелек яулаған. Уның асфальт эшләү, шифалы үләндәрҙән он етештереү заводтары булған, шулай уҡ үҙҙәрендә көнбайыш майы һыҡтырғандар, ҙур таҡта ярыу цехтары эшләгән. Ошондай тырышлыҡ, булдыҡлылыҡ ауылдың әлеге халҡына ла хас. Араларында төп көс – эшҡыуарҙар. Өлкән йәштәгеләр әйтеүенсә, Ҡармышты тап улар тотоп тора. Күптәр ер эштәре, малсылыҡ, умартасылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә, ҡул оҫталары, тимерселәр байтаҡ, һәммәһенең дә кәрәкле техникалары бар. Магазиндар ҙа – йүнсел ғаиләләрҙеке. “Беҙ, өлкәндәр, артыҡ нимә эшләй алабыҙ инде? Бар ышаныс – йәштәрҙә”, – тип уларға өмөт менән баға ололар. Араларынан Лилиә Сәлимгәрәева әйтеүенсә, һуңғы өс йыл эсендә 11 йәш ғаилә яңы йорт төҙөп сыҡҡан. Өйҙәрҙе заманса, уңайлы итеп һалалар, ике ҡатлы иткәндәре лә бар. “Ауылға ингән ерҙә бер йәш ғаилә ҙур йорт төҙөй ине. Күсеп килеп йәшәргә, балаларын ошонда уҡытырға теләгәндәр. Мәктәптең ябылғанын ишеткәс, аптырап ҡалғандар. Мәғариф учреждениелары – йәштәрҙе тыуған еренә ылыҡтырыу өсөн ҙур мөмкинлек бит”, – тигән фекерҙә хаҡлы ялдағы Лилиә Биктимер ҡыҙы. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, улар Ҡармышта хеҙмәт урындары булдырыу тураһында даими һөйләшеүҙәр алып бара. Күп бала үҫтереүҙең милләтебеҙ, еребеҙ, туған телебеҙ киләсәге өсөн ни ҡәҙәр мөһим икәне хаҡында ла аңлатыу эштәре уҙғарылып тора. Ишле ғаиләләр бер-береһенә үрнәк күрһәтеп йәшәргә тырыша. “Шуныһы ла мөһим: ауылыбыҙ халыҡ иҫәбе буйынса районда икенсе урында тора, – тигән йыйылыштағы ата-әсә. – Беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәргә, уны үҫтерергә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы һаҡларға тырышабыҙ. Шул насармы ни?” Милли мәктәп – милләт тамыры – Ата-әсәләрҙең бар яҡлап борсолоуы аңлашыла. Әммә был күтәрелгән мәсьәләләр беҙҙең районға ғына түгел, бөтөн республикаға, илгә хас бит. Әлшәйҙә әле дүрт меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә. Был һан йылдан-йыл кәмей, – тигән үҙ сығышында район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов. – Тотош илебеҙгә ошондай дөйөм проблема хас икән, уны һәр урында нисек тә хәл итергә тырышырға тейешбеҙ бит, – тип ҡаршы төшкән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова. – Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булмаһын, ауыл йәшәһен тибеҙ икән, мәктәпте һаҡлап алып ҡалырға кәрәк. Әлеге осраҡта халыҡтың белем усағына ихтыяжы бар. Мәктәпте ашығып ябыу ҡыйын түгелдер ул, ә бына уны аҙаҡ кире асыуы ауыр буласаҡ. Ә район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Зилә Чупова: “Иң тәүҙә белем биреүҙең сифаты тураһында уйларға кәрәк, – тип белдергән. – Ауыл мәктәбендә бер уҡытыусының төрлө предметтарҙы өйрәтеүе дөрөҫмө? Һөҙөмтә ниндәй буласаҡ?” Был фекергә ҡаршы Ҡармышта йәшәүсе Илнур Ҡаһарманов: “Хәҙер бит педагогик уҡыу йорттарына “Аҙ комплектлы кластарҙа белем биреү” тигән программа индерелгән. Беҙҙең уҡытыусылар араһында ла шуны үткәндәр бар. Мәғариф өлкәһендә ауылдар өсөн ошондай мөмкинлек тыуҙырылған икән, ниңә уны файҙаланырға тейеш түгелбеҙ? – тип белдергән. – Күмәк уҡыусыны бергә йыйып белем биреүҙән тейешле һөҙөмтә буламы? Мәҫәлән, минең ике балам әле 5-се мәктәптә. Бәләкәйе – 1-се класта. 27 бала бергә уҡыйҙар. “Дәрестә яуап биреү өсөн ҡул күтәрәм, һорамайҙар”, ти. Ә ауылыбыҙҙа һәр уҡыусы иғтибар үҙәгендә булыр ине бит”. Ата-әсәләр араһынан Фәриҙә Абдуллина был һүҙҙәргә ҡаршы сыҡҡан. “Минең дә ике балам әле Яңауыл биҫтәһендә уҡый. Уларға барыһы ла оҡшай. Автобус йылы, ваҡытында килә. Мәктәп матур, бөтөн уңайлыҡтар бар. Балаларымды ауылға кире ҡайтарырға риза түгелмен”, – тип белдергән. Йәнә бер әсәй кеше был һүҙҙәрҙе хуплаған. “Район үҙәгендә уңайлыҡтар күп. Һәр ата-әсә үҙ балаһына яҡшы булһын тип теләй”, – тигән ул. – Ауылда мәктәп йәшендәге уҡыусылар, ысынлап та, аҙ. Уңайлыҡтар ҙа етерлек түгелдер. Әммә беҙ был киҫкен проблемаларға тағы ла нығыраҡ этәргес биреп, мәктәптәрҙе яба башлаһаҡ, нимә килеп сығыр? Беҙ, алда әйткәнебеҙсә, үҙ еребеҙҙә йәшәргә, балаларыбыҙҙы уҡытырға, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға теләйбеҙ, – тип фекерен белдергән Мораҙым Кинйәбулатов. – Һүҙ юҡ, Яңауыл биҫтәһендәге яңы мәктәп шәп, бөтөн уңайлыҡтары бар. Әммә тыуған төйәге, туған теле өсөн янып йәшәгән, эскән һыуына рәхмәтле кеше шуны аңларға тейеш: заманса уңайлыҡтар менән генә милләтте үҫтереү мөмкин түгел. Булғанды бөтөрөү тиҙ ул, ә эҙемтәһе, вирус һымаҡ таралып китеп, беҙҙе башҡа яҡтан да ҡаҡшатасаҡ. Милли мәктәп бит – милләт тамыры. Уның яҙмышы туған телебеҙ, динебеҙ, тарихыбыҙ, милли матбуғат, мәҙәниәт һәм башҡа рухи ҡиммәттәребеҙ киләсәге менән туранан-тура бәйле – шуны онотмайыҡ. Йәштәрҙе үҫтерәбеҙ, тиһәк... Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мирғәсим Әҡимбәтов балаларҙы заманса уңайлыҡтары булған яҡшы мәктәптәрҙә уҡытыу яҡлы икәнен белдергән. – Мин Ҡармыш уҡыусыларын Яңауыл биҫтәһендәге 5-се мәктәпкә йөрөтөүҙе хуплайым, – тигән ул. – Үҙем заманында ошо ауылда башланғыс белем алдым да, артабан Өфөгә юлландым. Йәштәрҙең юғары үрҙәр яулауын, Мәскәүҙә, Петербургта уҡыуҙарын теләйем. Ә бының өсөн заманса яҡшы мәктәптәр кәрәк. Бала аралашыу даирәһе киң, үҙ-ара конкурентлыҡ булғанда ғына үҫешә ала. – Мирғәсим Факил улы, һеҙ, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе булараҡ, әле килеп сыҡҡан хатаны алдан уҡ төҙәтә ала инегеҙ, – тип мөрәжәғәт иткән уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов. – Мәктәп директоры, ата-әсәләр менән һөйләшеп, хакимиәт вәкилдәре ярҙамында проблеманы тейешле юҫыҡҡа йүнәлтергә ине. Балалар баҡсаһы менән мәктәпте ҡушып алып ҡала алмай инегеҙме? Ҙур кешеләр үҫтерәйек, Мәскәү, Питер, тиһегеҙ. Барыһына ла бит ныҡлы нигеҙ ауылда һалына. Ә һеҙ, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе лә булараҡ, ниңә Ҡармыштағы клубты һаҡлап алып ҡалманығыҙ? Был йәһәттән федераль программалар әүҙем тормошҡа ашырыла бит. Тыуған төйәкте һаҡлауға йүнәлдерелгән “Атайсал” проектына ярашлы ниҙәр эшләнә? Ғөмүмән, мәктәпте, балалар баҡсаһын, клубты яптырмауҙың алымдары күп хәҙер. Тик халыҡ менән һөйләшеп, аңлашып эшләргә кәрәк. * * * Төрлө фекерҙәрҙе тыңлағандан һуң Сынтимер Баязитов һүҙ алып, мәктәптең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙың ашығыс ҡабул ителгәнен билдәләгән. – Һәр мәсьәләне хәл иткәндә халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыу төп урында торорға тейеш. Әлеге осраҡ иһә шуны күрһәтте: дөйөм мәнфәғәтебеҙ ҡайғыртылғанда үҙ-ара килешеп, бер-беребеҙҙең фекерҙәренә ҡолаҡ һалып эшләй белмәйбеҙ, – тигән ул. – Мәктәп менән балалар баҡсаһын бергә ҡушып, Раевкалағы башҡорт лицейының филиалы итергә була. Артабанғы яҙмышына килгәндә, йәш ғаиләләр араһында тыуымды арттырыу йәһәтенән аңлатыу эштәрен көсәйтергә кәрәк. Киләсәгебеҙҙе уйлап, Ҡармыш мәктәбен япмаҫһығыҙ, һаҡлап алып ҡалырһығыҙ тигән ышаныстабыҙ. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин ике яҡтың да фекерен күҙ уңында тотоп, халыҡ мәнфәғәтендә эш итәсәктәрен әйткән. Йыйылышты йомғаҡлап, яҡын арала башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһын ҡушып, уҡытыу-тәрбиә биреү эшен ойошторорға; артабан иһә һәр класта кәмендә биш уҡыусы йыйылһа, төп белем биреү мәктәбен М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы филиалы итеп асырға ҡарар ителгән. Фотоларҙа: 1. йыйылыш барышы (Р. Баяновтың сәхифәһенән), 2. мәсет манараһынан ауыл күренештәре (автор фотолары). Әлшәй районы.