Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика артабан нисек үҫер?

23 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өсөнсө ултырышы эшендә ҡатнашты. Унда, атап әйткәндә, 2026 йылдың аҙағына тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы ҡаралды. Документтың төп параметрҙары менән Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов таныштырҙы. Ул, республиканың урта сроклы осорға үҫешен күҙаллау нигеҙенә иҡтисадтағы тенденцияларҙы һаҡлау сценарийы, шулай уҡ насар геосәйәси факторҙар һалынды, тип хәбәр итте. – Күп кенә макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса, уртаса Рәсәй темптарын уҙып китеп, тотороҡло ыңғай динамика тәьмин итергә иҫәп тотабыҙ, – тине Рөстәм Моратов. – Прогноз параметрҙары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында һәм Башҡортостан Фәндәр академияһында экспертиза үтте. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, тулайым төбәк продукты 3,2 процентҡа үҫеп, 2,3 триллион һумға етәсәк. Ә 2026 йылда үҫеш темпы 6,2 процент кимәлендә көтөлә. Шулай итеп, тулайым төбәк продукты 3 триллион һумға тиклем артасаҡ. Уның күләменең 37 проценты самаһын сәнәғәт тармаҡтары булдырасаҡ. Вице-премьер эшкәртеүсе секторҙарҙа инвестиция әүҙемлегенең артыу тенденцияларын билдәләне, шул иҫәптән импортты алмаштырыу программаларын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә. Прогнозда шулай уҡ ауыл хужалығында производствоның, күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшөнөң үҫеше күҙ уңында тотола. Был халыҡ мәшғүллегенең юғары кимәленә һәм йән башына уртаса килемдең артыуына булышлыҡ итәсәк. Прогноз параметрҙары 2024-2026 йылдарға республика бюджеты проектын әҙерләгәндә иҫәпкә алынды. Уны Дәүләт Йыйылышы ултырышында Башҡортостан вице-премьеры - финанс министры Лира Иғтисамова тәҡдим итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай фойеһында Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмәне ҡараны. Экспозицияны республиканың Милли музейы, “Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте” йәмәғәт ойошмаларының төбәк бүлексәләре һәм “Рәсәй рәссамдарының ижади союзы” булышлығында йәмәғәт хәүефһеҙлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса парламент комитеты ойошторҙо. Күргәҙмә үҙәгендә – Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон байрағы. Һалдаттарҙың теләктәре яҙылған байраҡты Радий Хәбировҡа ул Донбассҡа эш сәфәре менән барған саҡта тапшырған булғандар. Күргәҙмәлә махсус хәрби операция геройҙарының формаһын, амуницияһын һәм ҡорал фрагменттарын, фотоларын һәм шәхси әйберҙәрен күрергә мөмкин. Башҡортостан Милли музейының тыуған яҡ тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова һөйләүенсә, Рәсәй Геройҙары Максим Серафимов менән Игорь Нәсибуллиндың ата-әсәләре разведчиктың разгрузкаһын һәм танкист шлемофонын, үҙҙәренең улдарыныҡы булған башҡа шәхси әйберҙәрҙе тапшырған. Экспозиция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың ярҙамын – гуманитар конвойҙар, ирекмәндәр хеҙмәтен дә сағылдыра. Ижади эштәр “Арт-ярҙам” темаһы менән берләштерелгән. Проектта Рәсәй тарихы һәм махсус хәрби операция темаларына мөрәжәғәт иткән рәссамдар ҡатнаша. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. Экспозиция даими эшләй. Уны Башҡортостан Милли музейының хәҙерге заман тарихы залында урынлаштырҙылар.