“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” тип исемләнгән конкурста ихлас ҡатнашҡан Фәнүзә Ғалип ҡыҙы Дәүләтова 1967 йылда Әбйәлил районының Ҡушый ауылында тыуған. Х класты тамамлағас, Ҡушый клубында клуб мөдире булып эш башлаған, ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем алған. Фәнүзә Дәүләтованың ата-әсәһе колхозда алдынғылар рәтендә булған. Атаһы Ғалип Хисмәт улы– чабан, әсәһе Шәмсинур Хәйретдин ҡыҙы бәрәс ҡараусы булып эшләгән. Атаһы ауылда, иң беренсе булып, “Москвич” машинаһы алған, “Өлгөлө йорт” тигән исем бирелгән. Улар баҡса, сәскә, алмағастар үҫтерергә яратҡан. Алты бала тарбиалап үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнүзә Х класты ғына тамамлаған йылда әсәһе яҡты донъя менән хушлашҡан. Фәнүзә атаһын ике йыл тәрбиәләгән, шуға көндөҙгө бүлектә белем алыу мөмкинлеге булмаған. Кейәүгә сыҡҡас, өс балаһы донъяға килгәс, ситтән тороп юғары белем алған. Әлеге көндә Фәнүзә Ғалип ҡыҙы – ауыл советы депутаты, “Милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән Белорет районының Мөхәмәт ауылынан булған тормош иптәше Ғәфүр Сәғәҙей улы менән Илсур һәм игеҙәктәр Илнар менән Линара тигән бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Игеҙәктәр Әбйәлил районының йөҙөк ҡашы булып һаналған “Йәшлек” ансамблендә 15 йылдан ашыу бейене. Хәҙер инде балалары – үҙҙәре атай-әсәйҙәр. Люциә менән Илсур Дәүләтовтар Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Ғаилә башлығы Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй. Медицина хеҙмәткәре булған Люциә әле – декрет ялында. Бына тигән ике ул тәрбиәләйҙәр. Фәнүзә Ғалип ҡыҙының игеҙәктәренең береһе Линара ла ике ул әсәһе. Әле ул – Асҡарҙағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Фәнүзә Ғалип ҡыҙы – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы. Коронавирус инфекцияһы башланғас, ҡыҙы Линара менән үҙ машиналарында район үҙәгендә ярҙам иткәндәр – аҙыҡ-түлек ташығандар, район дауаханаһында дежур иткәндәр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә лә ауылдаштары менән берлектә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышалар. Әле Фәнүзә Ғалип ҡыҙы үҙҙәренең ауыл советынан гумаитар ярҙам йыйыу буйынса яуаплы. Ауыл клубы артистары менән бергә республикала һәм районда үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, алдынғы урындар яулайҙар. Күптән түгел Ҡушый ауылының Йәштәр урамында ҡаҙ өмәһе гөрләп үткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттең әсәһе, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, егәрле, гөрләтеп донъя көтөүсе Гәүһәр Юлай кыҙы Сөләймәнова ойошторған был матур байрамды. Күршеләре, дуҫтары, туғандары менән йырлап, бейеп, уйнап үткән был сара. Ил-йортобоҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын! Хужабиканең улының һәм егеттәребеҙҙең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын тип теләй ҡушыйҙар. Күп бала әсәһе, мәҙәни сараларҙа, төрлө ижтимағи эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусы Фәнүзә Ғалип ҡыҙы Дәүләтова өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар! Йылы һүҙҙәребеҙ яҙылған комментарийҙарыбыҙҙы йәлләмәйек, лайктар ҡуяйыҡ. Фотолар Фәнүзә Дәүләтованың шәхси архивынан.