Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән уңған хужабикә, күп балалы әсә Гүзәл Мырҙаеваны күптәр аш-һыу бешереү оҫтаһы булараҡ белә. Шәхсән үҙем дә Гүзәлгә татлы бәлешкә заказ биргәнем бар, ысын мәғәнәһендә тәмле бешерә! Тормош-көнкүреш тураһында ҡыҙыҡлы яҙмалары менән дә ихлас уртаҡлаша Гүзәл. Бер һүҙ менән әйткәндә, теленән дә килә, ҡулынан да килә. Әле бына сираттағы татлы бәлешенең фотолары иғтибарҙы йәлеп итте. Интернеттағы рецепҡа ҡарап бешергән икән. "Ммм, ныҡ тәмле булды, әйкәйҙәрем. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ", - тип яҙҙы оҫтабикә. Ышанабыҙ, ышанабыҙ. һеҙгә лә Гүзәл һынап ҡараған яңы бәлештең рецебын тәҡдим итәбеҙ. Шулай итеп, 3 йомортҡа һарыһына 2 аш ҡалағы шәкәр, бер семтем тоҙ, 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып болғарға. Иреү хәлдәге 90 грамм аҡ майҙы (магазинда һатылғандың ҡап яртыһы була инде) ҡушып, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес (разрыхлитель), самалап он өҫтәп йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙың бәләкәйерәк бер өлөшөн төңдырғыҡа ҡуйырға. Ҡалғанын табаға йәйеп (ҡул менән баҫһаң да йәйелә), һыуытҡысҡа ҡ