Ватанды һаҡлаусылар Кубогы Башҡортостан “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” төбәк-ара комплекслы физик культура сараһын ҡабул итә. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 120 ветеран көс һынаша. Бөтәһе 20 төбәк вәкиле Өфөгә йыйылды. Спорт ярыштары Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. Сараны асыу тантанаһынан Закир Шәрипов репортажы. Әбйәлил районынан Тимур Лоҡманов 19 йәшендә әрме сафтарына алына. Тәүҙә ул Алыҫ Көнсығышта пехотала хеҙмәт итә. Бер йылын тултырғас, йәш егет контракт төҙөй һәм күп тә үтмәй махсус хәрби операция башлана. Тимур тәүгеләрҙән булып яуға инә.Аяғын юғалтҡас Тимур Лоҡмановты өйөнә ҡайтаралар. Йәш егет тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, Өфөлә фатир һатып алған һәм спорт менән шөғөлләнә башлаған. “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” төбәк-ара комплекслы физик культура сараһында ул фехтование, пауэрлифтинг, волейбол һәм яндан уҡ атыу кеүек спорт төрҙәрендә үҙен һынап ҡарай. Өфөгә Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан махсус хә