“Ватан һаҡсылары Кубогының” почетлы ҡунаҡтары
Радий Хәбиров “Ватан һаҡсылары Кубогының” почетлы ҡунаҡтары Павел Рожков һәм Владимир Лукин менән осрашты.Махсус хәрби операция ветерандары араһында ошондай турнирҙың мөһимлеге Рәсәй Президенты эргәһендәге физкультура һәм спорт буйынса Советтың 19 октябрҙә Пермьдә үткән ултырышында билдәләнгәйне. Дәүләт етәксеһе һеҙҙә ойошторолған ярыштарға юғары баһа бирҙе, тине осрашыуҙа Владимир Лукин. Башҡортостан адаптив спортты үҫтереү йәһәтенән Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылыҡты бирмәй. Сәйәсмән һәм тарихсы ғалим фекеренсә, әлеге шарттарҙа ла республика ҡеүәтле позицияны һаҡлай, төбәктә яңы объекттар төҙөлә, спортҡа байтаҡ халыҡ ылыҡтырыла. Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарға “Ватан һаҡсылары Кубогы”н ойоштороу һәм төбәктә спорт үҫешен юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәйҙең паралимпия комитеты рәйесе Павел Рожков илдең 20 төбәге спортсылары ҡатнашҡан турнирҙы юғары баһалап Радий Хәбировҡа Йәйге паралимпия уйындарының иҫтәлекле миҙалдарын бүләк итте.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».