Найти в Дзене
Башкортостан 24

Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә

   Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә
Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә

Махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай йортонда махсус хәрби операцияға арналған күргәҙмә асылды. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа Донбасҡа барғанда хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ биргән бүләк тә урын алған. Тулыраҡ киләһе сюжетта.Форма, амуниция, ҡорал фрагменттары, Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ хаҡында материалдар. Экспозицияны тулыландырыуҙа Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары ирекмәндәре ярҙам итә. 2022-се йылдан алып күргәҙмәләр әүҙем ойошторола башлай. Башҡортостандан ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар ҙа ярҙамға ҡушыла. Күргәҙмәлә Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаты, рәссам Камиль Бузыҡаевтың да һүрәттәре ҡуйылған.Күргәҙмә залының уртаһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон һалдаттары Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бүләк иткән, ҡул тамғалары ҡуйылған байраҡ ҡуйылған. Ирекмәндәр штабы республиканың төрлө ҡала һәм райондарында ла бар. Бөгөнгө көндә улар һалдаттарға ҡышҡы йылы кейем тегеү менән мәшғүл.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».