Уҡыусыларҙың белем алыуы туранан тура һау торошона бәйле.
Шишмә районы Кохновка ауылы балалары ни өсөн көн һыуытҡанын, ер туңғанын көтөп ала? Хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева белеште. Шишмә районы КОХНОВКА ауылында көн итеүсе халыҡ хәҙер тамам аптыраған. Арбалы ат та үтәлмәҫ юлды рәткә килтергәнсе тағын ниндәй ғазаптар аша үтергә кәрәк булыр икән уларға. Юл да юҡ, газ да юҡ, интернет та юҡ. Ауыл бөтөнләй онотолған. Шул уҡ ваҡытта документтарҙа барыһы ла ал да гөл.Ауыл халҡы балалар өсөн борсола. Беренсенән алып һигеҙенсе класҡа тиклем белем алыусы уҡыусылар ямғыр, ҡар яуып юл боҙолһа аҙналар, айҙар буйына өйҙә ултырырға мәжбүр. Ир-егеттәр ауылда бармаҡ менән генә һынарлыҡ, күптәре вахта ысулы менән эшләп ғаиләләре янына ярты йылға бер генә ҡайта. Шуға балаларҙы тәрбиәләүҙән тыш ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү кеүек хужалыҡ эштәре лә ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Өс бала әсәһе Айгөл дә эшкә сығырға теләге ҙур булһа ла өйҙә ултырырға мәжбүр. Юл булмауы өлкән ҡыҙына мәктәпкә йөрөргә генә түгел, ә бәләкәстәрҙе балалар баҡсаһына алып барыуҙы ла ҡатмарлаштыра.Мәктәпкә йөрөүсе ете баланың белем алыуы һауа торошо менән туранан тура бәйле.
Балалар мәктәпкә көн һыуытып, ерҙе туңдырғанда ғына йөрөй ала... бына әле тағын ямғыр яуа башланы, тимәк кәм тигәндә уҡыусыларға тағын да берәй аҙна өйҙә ултырырға тура киләсәк.Эшкә йөрөүсе ханымдар ҙа көн һайын үҙҙәренең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.Юл мәсьәләһен хәл итеү өсөн урындағы халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәй. Был киҫкен мәсьәлә буйынса беҙ Шишмә районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Урындағы ваҡлау цехы ярҙамында, юлды 2024-се йылда сафҡа индерәсәкбеҙ, тип вәғәҙәләнеләр.Кохновка ауылы халҡына түрәләрҙең вәғҙәһенә тағын да ышанырға һәм көтөргә генә ҡала.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».