Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

28 миллиард һум бүленде

Был турала Өфөлә барған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” корпорацияһының генераль директор урынбаҫары Андрей Железняков белдерҙе. Ошо кредитлау һәм гарантия системаһы программалары менән республиканың 970 предприятиеһы файҙаланды ла инде. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ташламалы кредит буйынса дүрт программа бирелә. Улар ярҙамында эшҡыуарҙар тейешле финанслауҙы йәлеп итә ала”, – тине Железняков үҙенең сығышында. Уларҙың беренсеһе – Милли гарантиялау системаһы. Уның буйынса Башҡортостандың 450 компанияһы 18 миллиард һум ярҙам алған. “Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанслау суммаһы 53 процентҡа артығырҡ”, – тине Андрей Железняков. Кредитты дәртләндереү программаһы сиктәрендә эшҡыуарҙар 4,2 миллиард һумлыҡ ташламалы кредит, ә инвесткредит программаһына ярашлы 2,6 миллиард һумлыҡ кредит алған. Юлай Кәримов фотоһы.