Ҡариҙел районының Нәһретдин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хәрби зоналағы яҡташтарына гуманитар ярҙам йыйыуға ихлас тотондо. Был юлы улар кәрәкле әйбер һәм аҙыҡ-түлек туплауҙан тыш, хәрбиҙәр өсөн тәмле һый ҙа әҙерләргә булды, тип хәбәр итә “Ҡариҙел” гәзите. Нәһретдин ауыл клубы методисы Гөлөс Дәүләтгәрәев әйтеүенсә, оҫта хужабикәләр ауылдаштары Гөлфирә Карамова йортонда йыйылып, бөгөн Ватан һағында торған яҡташтарын тәмле-татлы ризыҡтары менән һөйөндөрөргә теләгән. Ҡатын-ҡыҙҙар милли ашамлыҡ – бауырһаҡ әҙерләргә булған. Алты килограмм күстәнәсте контейнерҙарға һәйбәтләп һалып сыҡҡандар. Ә бер нисә көн элек әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар бергәләп кәбеҫтә тоҙлаған. Ауылдаштар шулай уҡ гуманитар ярҙам туплап, тәмле ризыҡ менән бергә махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан. Фото: https://karaidel.site/news/novosti/2023-11-20/zhiteli-d-nagretdinovo-karaidelskogo-rayona-sobrali-bolshuyu-partiyu-gumanitarnoy-pomoschi-uchastnikam-svo-3529141