Найти тему
"Урал" гәзите

Уҡыусыларҙы дистантҡа күсерергә йыйынмайҙар

Ковид-сирлеләрҙең артыуына ҡарамаҫтан, Рәсәй уҡыусыларын дистантҡа күсерергә йыйынмайҙар.

«Мәктәптәрҙе ябыу йәки балаларҙы өйҙән уҡыуға күсереү планлаштырылмай. Ауырыу таралған урындарҙа тейешле саралар күрелә, әлбиттә. Төбәктең мәғариф идаралығы ҡарары менән битлек режимы индерелергә мөмкин. Беҙҙә барлыҡ мәктәптәр эшләй, белем биреү процесы бара, яңы йылға әҙерләнәбеҙ», — тип белдерҙе Кравцов.

Бынан алда «Башинформ» һуңғы тәүлектә республикала 179 кешенең коронавирус йоҡтороуы хаҡында яҙғайны.