Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә кәсеп аҙналығы үтә

Йолаға әүерелгән “Кәсептәр аҙналығы” күргәҙмә –йәрминкәһе Өфөлә 1 декбрҙән 3-өнә тиклем уҙғарыла. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) сиктәрендә үткәрелә. Был ваҡиға эшлекле программаны, креатив индустриялар форумын, “Волга буйы” күргәҙмә йәрминкәһен , “Иң яҡшы кәсепсе” республика конкурсын һәм башҡа сараларҙы берләштерә. -Халыҡ художество кәсептәре өлкәһендәге эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙарға ярҙам итәбеҙ. Сөнки Башҡортостанда быуаттар төпкөлөнән килгән йолалар яҡшы һаҡлана. “Кәсептәр аҙналығы” сараһы оҫталарға уникаль әйберҙәр өлгөләрен күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк, - тип һөйләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының маҡсаты – бизнесҡа төрлө үҫеш этаптарында ярҙам итеү, йәғни старт идеяһынан башлап экспортҡа сығыуға саҡлы булышлыҡ итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.