Найти тему
Башҡортостан гәзите

Водитель ҡатынды һыу төбөнән эҙләйҙәр

Кисә кис менән Белорет районында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Райондың Бирҙеғол ауылы янында автомобиль быуаға төшөп киткән. Авария Белорет – Өфө юлында булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Лада Гранта” водителе машинаһына идараны юғалта, һәм автомобиль юлдан осоп сыға. Ул түңкәрелә һәм быуаға барып төшә. Машина эсендә өс ҡатын булған. Пассажирҙар үҙаллы сыға алған, ә водитель юҡ. Уны дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары эҙләй. Юлдарҙа хәл ҡурҡыныс. Боҙлауыҡтар, ҡарлы ямғыр барыһын да ҡатмарлаштыра. Шуға күрә бындай көндө юлға сыҡһағыҙ, айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.