Найти тему
Башҡортостан гәзите

-18-ҙән +2-гә тиклем!

Быйылғы ҡыш һағындырып ҡына килмәксе. Ноябрь тамамланыуға табан бара, ә беҙҙә һаман “плюслы” һауа торошо тора. Белгестәр нимә ти? Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Бөгөн, кесаҙна, епшек ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа буран сыға. Юлдарҙа ҡар һырынтыһы, боҙлауыҡтар көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйә. Һауа температураһы -6, -11 градус. Иртәгә, төндә һәм көндөҙ урыны менән ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын. Төндә -13, -18, көндөҙ -7, -12 градус һалҡын була. Ә бына шәмбе көн тағы йылыта. Төндә яуған ҡар епшеккә әүерелә. Урыны менән боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, епшек ҡар ағастарға һәм сымдарға йәбешәсәк. Ел көньяҡтан талғын иҫә. Һауа температураһы төндә -7, -12, ә көндөҙ -3, +2 градус йылы. Тимәк, ҡыш әле һаман етә алмай. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ, дуҫтар. Нәсих Хәлисов фотоһы.