24 ноябрҙә Дыуан районының Дыуан ауылында һәм Өфө районының Булгаков ауылында һөнәри йүнәлеш биреүсе акциялар ойоштороласаҡ. Уларҙа Дыуан һәм Өфө райондарының дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, шул иҫәптән инвалид һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашасаҡ. Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү "Демография" милли проектының мөһим йүнәлеше булып тора. – Йәштәр өсөн бындай һөнәри йүнәлеш биреү сараларын даими уҙғарабыҙ. Акция сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары эш биреүселәр вәкилдәре һәм төрлө эшмәкәрлек өлкәһе профессионалдары менән осрашасаҡ, уларға мәшғүллек хеҙмәте белгестәре хеҙмәт баҙарының ағымдағы талаптары, үҫеш перспективалары һәм төрлө тармаҡтарҙа эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт бирәсәк. Беҙҙең акция йәштәргә карьераһын планлаштырғанда һуңғы ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы сиктәрендә семинарҙар һәм практик дәрестәр уҙасаҡ, унда йәштәр төрлө һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре тураһында белә аласаҡ. Бынан тыш, махсус оҫталыҡ дәрестәре һәм консультация зоналары ойоштороласаҡ, унда белгестәр эшкә урынлашыу һәм персонал һайлау өлкәһендә йәштәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк. Өфө районында акция “Һөнәри йүнәлеш. Йөҙ юл – берәү һинеке”, Дыуан районында – “Минең һөнәрем – хыял һәм ысынбарлыҡ” девизы аҫтында үтә. Акцияны үткәреү урыны һәм ваҡыты Дыуан районында: Дыуан күп профилле колледжы, Дыуан ауылы, Гагарин урамы, 14, иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә тиклем; Өфө районында: Булгаков ауылы лицейы, Дуҫлыҡ урамы, 2, иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.