Баймаҡ районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Райондың бизнес-шәрифе Ирик Абдуллин белдереүенсә, кооперативтарға ярҙам - ауыл ерендә талап ителгән дәүләт ярҙамы сараларының береһе. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре продукцияны бергәләп эшкәртеү, төрөү, һатыу өсөн берләшә. Һәм беҙ бындай тәжрибәне дәртләндерәбеҙ. 2019 йылда Баймаҡ районында «Игентау» кооперативы ойошторолдо. Ул дүрт шәхси ярҙамсы һәм бер крәҫтиән фермер хужалығын берләштерҙе. Бөтәһе лә һыйыр малы үрсетә, ит ярымфабрикаттары етештерә. Тәүҙә пайсылар кооперативтың матди-техник базаһын үҫтереү программаһында ҡатнашырға ҡарар итте. 2022 йылда «Игентау» ауыл хужалығы етештереү кооперативы модулле һуйыу цехын һатып алыуға грант алды. Ул 2023 йылда М
