Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсғүт Рәшит улы Минеғәлин социаль селтәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтары менән ғорурланыуын белдергән. “Хәрби әҙерлектәге яҡшы күрһәткестәре, шулай уҡ хәрби хеҙмәтте үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн яҡташыбыҙ, Миҙәт ауылы егете “Башҡорт” позывнойлы яугир “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды. Быйыл июнь айында “Башҡорт” “Башҡортостан” батальонына доброволец булып китте. Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионында хеҙмәт итә. Әле ул махсус хәрби операция зонаһындағы алдынғы позицияла илебеҙ һағында батырҙарса ныҡ тора. Яугирҙе юғары награда менән ҡотлайбыҙ һәм өйгә имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Хеҙмәтегеҙ һәм Тыуған илде һаҡлауығыҙ өсөн рәхмәт!”– тип яҙа район хакимиәте башлығы. Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai