Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе. – Тағы бер тапҡыр һеҙ яу яланында ғына түгел, көндәлек тормошта ла герой була алғанлыҡты раҫланығыҙ. Һеҙ йәнә беҙҙең өсөн, үҫеп килгән быуын, йәштәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Ниндәй генә хәлдәр теркәлмәһен, һеҙ әүҙемһегеҙ, аралашыусанһығыҙ, яныбыҙҙаһығыҙ һәм ҡылған ҡаһарманлығығыҙ менән илһамландыраһығыҙ, - тип белдерҙе Максим Забелин. Тәүге ошондай уҡ ярыштар Себер федераль округында үткәрелгәйне. Башҡортостан иһә ошондай сараны ойошторған икенсе төбәк булды. Быға Башҡортостандың Паралимпия уйындарында ҡатнашыусылар ғына түгел, геройҙар тыуған төбәк булыуы ла йоғонто яһаған. Был хаҡта Рәсәйҙең Паралимпия когмитеты президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Павел Рожков әйтте. – Башҡортостан геройҙарҙы лайыҡлы ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәт белдерәм. Беҙ күптән түгел уның менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы совет кәңәшмәһендә осрашҡайныҡ.
Ҡаһарманлығығыҙ менән һәммәһен дә илһамландыраһығыҙ
22 ноября 202322 ноя 2023
1 мин