Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә үткән “ШОС сиктәрендә хеҙмәттәшлек. Төбәк-ара әңгәмә” түңәрәк өҫтәл резолюцияһына Сауҙа-сәнәғәт палатаһының интеграциялау проекты индерелде. Был турала БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Тимур Хәкимов хәбәр итте. Бизнес-берләшмә етәксеһе 2021 йылда булдырылған Сауҙа-сәнәғәт палатаһының берҙәм сауҙа майҙансығы тураһында һөйләне. Ул урындағы IT-сектор программистары, шулай уҡ заманса яңы серверҙарҙа тендер оҙатыуы өлкәһендәге белгестәр тарафынан эшләнгән. Тимур Хәкимов РФ дәүләт һатып алыуҙары һәм В2В баҙарында шәхси һатып алыуҙар статистикаһын килтерҙе, Башҡортостан һәм күрше территориялар буйынса аналитиканы тәҡдим итте. Секцияла билдәләнеүенсә, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының берҙәм сауҙа майҙансығы иң тиҙ үҫкән майҙансыҡтар иҫәбендә. - Система тышҡы халыҡ-ара системалар һәм сауҙа платформалары менән интеграцияға яраҡлаштырылған. Шуға бәйле Ҡытай партнерҙарына үҙ-ара интеграцияланырға тәҡдим итәм, – тине ул. Башланғысты ШОС Эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский хупланы. Ҡытай бизнесы вәкилдәре лә хеҙмәттәшлек буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе. Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә яңғыраған тәҡдимдәр резолюцияға инәсәк. Фото: ibw-bashkortostan.com