Әлеге көндә йыр сәнғәтендә ниндәй хәлдәр күҙәтелә, күңелгә үтеп инер, һәр быуын тыңлаусыһының күңелен яулар, һүҙҙәре лә "йырлап" торған, көйө лә ҡолаҡҡа ятышлы йырҙар ҡайҙа булып бөттө? Был һорауҙар йәмғиәтебеҙҙең уйлы-фекерле вәкилдәрен күптән борсой, әленән-әле ошо турала социаль селтәрҙәрҙә бәхәстәр ҙә булып тора. Республикабыҙ халҡының яратҡан "Юлдаш" радиоһы коллективы ла ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Коллегаларыбыҙ йырҙарҙың сифатына яуаплы ҡарай, башҡорт йырының кимәле ҡайтыш булмаһын өсөн үҙ йәһәтенән тырыша, эфирға сығарыр алдынан йырҙар буйынса профессиональ белгестәрҙе саҡырып кәңәшләшә. Тап ошо йәһәттән бөгөн "юлдаш"тар "Башҡортостан" дәүләт концерт залындағы конференциялар залына музыка сәнғәтенә туранан-тура ҡатнашы булған кешеләрҙе фекер алышырға йыйҙы. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ артистары – йырсылар Әлфиә Юлсурина, Вилдан Яруллин, Рөстәм Ғиззәтуллин, билдәле актер Илдар Ғүмәров; музыка белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова, йәшерәк