Ҡаҙағстан Башҡортостан умартасыларының алдынғы технологиялары менән ҡыҙыҡһына. Был хаҡта Өфөлә 22 ноябрҙән 2 декабргә саҡлы үтеүсе Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе делегацияһы менән осрашыуында билдәле булды. “Агросәнәғәт комплексы әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә, – тине Илшат Фәзрәхманов. – Бөгөн Азия менән хеҙмәттәшлекте арттырабыҙ, яңы йүнәлеш – Африка. 2023 йыл башынан беҙ донъяның 27 иленә ярты миллион тонна башҡорт продукцияһы оҙаттыҡ. Был күрһәткесте миллион тоннаға еткерергә ынтылабыҙ". Илшат Фәзрахманов шулай уҡ Башҡортостан аграрийҙарына дәүләт ярҙамы тураһында ла һөйләне. “Бөгөн Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Беҙҙең бренд” күргәҙмәһе лә эшләй, унда фермерҙар, кооперативтар етештергән ризыҡ өлгөләре ҡуйылды, нигеҙҙә, хәләл ризыҡ, йылҡы ите, ҡымыҙ”, – тине Илшат Фәзрахманов. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Ҡаҙаҡтар Башҡортостан умартасыларының тәжрибәһен өйрәнергә теләй
22 ноября 202322 ноя 2023
~1 мин