2023 йылдың 21 ноябренән 23-өнә тиклем Аҡмулла университетында эш сәфәре менән Ҡырғыҙстан делегацияһы килде. Улар “Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың мәғрифәт киңлеге” стратегик сессияһында ҡатнаша. Делегация составында юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Ҡырғыҙстандың Мәғариф академияһы президенты, төбәк мәғариф департаменттары етәкселәре, мәктәп директорҙары бар. Ҡырғыҙстандан килгән ҡунаҡтар Аҡмулла университеты эшмәкәрлеге менән таныша һәм Рәсәй Федерацияһының Федераль дәүләт белем биреү стандартына, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милли стандартына ярашлы берлектәге Рәсәй-Ҡырғыҙстан мәктәптәре өсөн төп белем биреү программаһы проектын тикшерә. 22 ноябрҙә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Манас - Урал» кабинетын асыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ Өфөләге А.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназия менән Бишкәк ҡалаһындағы «Газпром Ҡырғыҙстан» мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү сиктәрендә күп кенә проекттар тормошҡа ашырыласаҡ, тәү сиратта, уҡытыусыларҙы ғилми