Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” конгресс-холында республикабыҙ баш ҡалаһында барған һәм 1 декабргә саҡлы дауам итәсән халыҡ-ара бизнес аҙналығы майҙансығында булды. Форум барышында республика етәксеһе Беларусь делегацияһы һәм уның етәксеһе, ошо илдең иҡтисад министры Юрий Чеботарь менән осрашты. Улар берлектәге проекттар һәм хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу тураһында һөйләште. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Ҡытай Халыҡ Республикаһы делегацияһы, уның етәксеһе Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге директоры Ли Янцзюнь менән дә аралашты. “Беҙ Ҡытайҙы мөмкинлектәре сикләүһеҙ булған көслө партнер итеп ҡабул итәбеҙ. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында бик бай программа планлаштырылған. Уның һөҙөмтәһендә һөйләшеүҙәрҙән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, берлектәге проекттарға күсербеҙ тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров Ҡытай һәм Беларусь делегациялары менән осрашты
22 ноября 202322 ноя 2023
~1 мин