Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән нефть кормпанияһы араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте менән “Газпромнефть-Региональные продажи” йәмғиәтенең рәсми партнеры “Уралнефтепродукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. “Был килешеү “Уралнефтепродукт” йәмғиәтенең Башҡортостанда дүрт автомобль яғыулығы тултырыу станцияһы төҙөүе буйынса хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота”, – тине Андрей Назаров. – “Бөгөнгә Архангель һәм Өфө райондарында, Өфө ҡалаһында ер майҙансыҡтары һайлап алынды. Беҙ хеҙмәттәшлек өсөн һәр ваҡыт асыҡ”. Автояғыулыҡ тултырыу станциялары төҙөү проекттары буйынса инвестиция күләме 104 миллион һум тәшкил итә. Әле инвестор был эш буйынса документтар әҙерләү менән мәшғүл. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.