Улар Өфөгә “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”на килде. Сара 21-23 ноябрҙә ойошторола. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының махсус хәрби операция ветерандары араһында турнирҙың актуаллеген Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында билдәләнеләр. Уны 19 октябрҙә Пермдә Владимир Путин үткәрҙе. – Башҡортостан адаптив спортты үҫтереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында һәр ваҡыт лидер булды. Хәҙерге шарттарҙа ла һеҙ көслө позицияларҙы һаҡлайһығыҙ: яңы объекттар төҙөлә, спортҡа күп халыҡ йәлеп ителә, – тине Владимир Лукин. Башҡортостан Башлығы республикала спорт үҫешен юғары баһалағандары һәм “Ватанды һаҡлаусылар кубогы”н үткәргәндәре өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Рәсәй Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков сараның юғары кимәлдә уҙғарылыуын билдәләне. Әйткәндәй, унда илдең 20 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Осрашыу аҙағында Павел Рожков Радий Хәбировҡа Паралимпиясыларҙың Йәйге уйындарының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru